close
Эстәлеккә күсергә

Баш бит

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
300-ләп телдәге ирекле интернет энциклопедияның
башҡортса бүлегендә 64 296 мәҡәлә бар.

Уны төҙөүҙә һәр кем ҡатнаша ала.
Һеҙҙе лә берҙәм ирекмәндәр ғаиләһенә саҡырабыҙ!
Welcome to the Embassy! * Добро пожаловать в Посольство!
Порталдар

Башҡортостан
Башҡортостан шәхестәре
Башҡортостан ауылдары

Фән
География
Тарих

Техника
Йәмғиәт
Ислам


Яңы портал: Башҡорт әҙәбиәте

Әүҙем порталдар: Башҡорт әҙәбиәте, Бөрйән, Салауат, Нуриман райондары

Көн рәсеме

Медици́на  — диагностика, дауалау терапияһы, ауырыуҙарҙы профилактикалау, сәләмәтлекте һаҡлау һәм нығытыу, кешенең хеҙмәткә яраҡлылығын, ғүмерен оҙайтыу, шулай уҡ физик, психик сирҙәр ваҡытында хәлде еңеләйтеү маҡсаты берләштергән фәнни белем һәм практик саралар системаһы. «Медицина» һүҙе латын теленән,  — дауалау сәнғәте. Хәҙерге заманда медицинаны билдәләү өсөн иң ҙур символик мәғәнәнең дүрт варианты бар.

Медицинаның тышҡы символдарының береһе 6 мөйөшлө йондоҙ. Боронғораҡ медицина символы булып Асклепия таяғы (рус.)баш. тора. Ул бөйөк дауалаусыныҡы була. Өсөнсө киң билдәле символ — Халыҡ-ара Ҡыҙыл тәре хәрәкәте. Эмблемаһы — Ҡыҙыл тәре һәм ярым ай. Дүртенсе символ — тәрилкә тирәләй уралған йылан. Ул дауалауҙа йылан ағыуы ҡулланған Әбүғәлисина һәм тәрилкә, йылан менән кәүҙәләндерелгән боронғо грек һаулыҡ аллаһы Гигиея менән бәйле.

Башта ауырыу, кешегә дошман булған тышҡы йән эйәһе нисектер кеше тәненә үтеп инеп, ауыртыныу булдыра, тип ҡаралған. Шулай итеп, шул дәүерҙәге кешенең тирә-яҡ донъяның асылын һәм закондарын белмәүе, тәбиғәт алдындағы көсһөҙлөгө кеше организмына эйәләшкән ҡара көстәр тураһындағы ялған куҙаллауҙарҙың һәм уларҙы дауалау буйынса төрлө магик алымдарҙың (сихыр, өшкөрөү, доға һ. б.) барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булған.

Кешенең барлыҡҡа килеүенең тәүге этаптарында им-томсолоҡ һәм шаманлыҡ үҫеше үҙенән-үҙе дауалау төшөнсәһен барлыҡҡа килтергән. Үҫешкән боронғо дәүләттәрҙә медицина ҙур уңышҡа ирешә. Боронғо грек врачы Гиппократтың, Рим тәбиғәт фәндәре белгесе Клавдий Галендың, Александрия врачы Герофилдың һәм Эрасистраттың хеҙмәттәрен бөгөнгә еткергән тарихи документтар бар. Бынан тыш, боронғо Көнсығыш яҙма ҡомартҡылары (боронғо Египет медицина папирустары; Хаммурапи законы; Һиндостанда Аюрведа законы һ. б.) боронғо дәүләттәрҙә врачтарҙың эшмәкәрлек итеү шарттары, дауалау өсөн гонорар күләме һәм ауырыуға зыян килтергән өсөн яуаплылыҡ дәрәжәһе закон менән регламентланған, тип дәлилләй.

↪ дауамы…

Шуларҙы беләһегеҙме?

Ҡыҙыл майҙан, Василий Блаженный сиркәүе
  • Василий Блаженный сиркәүе (һүрәттә) Иван Грозный бойроғо буйынса Ҡазанды яулау иҫтәлегенә төҙөлдө.
  • Тарихсылар Михаил Сусловтыты СССР дәүләтенеӊ баш идеологы итеп һанайҙар. Ул Кремль диуарҙары итәгендә Иосиф Сталин ҡәберенән уӊ яғында ерләнгән.
  • Һуӊһы йылдарҙа Католицизмда иӊ хөрмәтләнғән һәм популярлаштырылған кеше — Тереза Әcә, ул сығышы менән күпселеге мосолман динле албандарҙан.
  • Бер бөтөн булған серб халыҡтын дин бүлде: мосолман өлөшө Босния һәм Герцеговинала, православ өлөшө Сербияла һәм католик өлөшө Хорватияла айырым дәүләттәрҙә йәшәй.
  • Европа илдәрендә Сиркәү һалымы ((ингл. Church tax)) – ғәҙәти хәл. Был һалым дин конфессияларына һалына. Финляндияла граждандарҙың килеменән 2%-ҡа етә. Австрияла Сиркәү һалымын 1939 йылда Гитлер индерә һәм артабан Сиркәүҙең азатлығын һаҡлау маҡсаты менән ҡалдырылды.
  • Урыҫтар араһында беренсе Санкт-Петербург ФА-ның ағза-корреспонденты тип Пётр Иванович Рычков һанала (1759).
  • 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 100 йәшлек юбилейын билдәләгән артиллерисы ике тапҡыр «Советтар Союзы Геройы» званиеһына лайыҡ тип күрһәтелә, әммә был исем уға бирелмәй.
  • Бынан 500-300 миллион йылдар элек хәҙерге Урал тауҙары урынында ике ҡитғаны бүлеүсе Урал океаны булған, уның ҡайһы бер рифтарынан барлыҡҡа килгән шихандары әле лә һаҡланған.
Яңы мәҡәлә

Мәҡәлә оҫтаһы | Тиҙ башланғыс

Бөгөн: 17 август ♦ Кисәге: 16 август ♦ Иртәгә: 18 августБарлыҡ көндәр

Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар

Халыҡ-ара
Милли
Һөнәри
  • Колумбия Колумбия: Инженерҙар көнө.
  • Тажикстан Тажикстан: Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм граждандар оборонаһы хеҙмәткәрҙәре көнө.
    • Тимер юлсылар көнө.

17 август юбилярҙары

Ҡаңлы (ҡаңны) — башҡорт ҡәбиләһе.

Телдәре башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты түбәнге ағиҙел-ыҡ менән танып һәм көньяҡ диалекттың дим һөйләштәренә ҡарай.

Ҡаңлы ҡәбиләһенең барлыҡҡа килеүен боронғо Туран халҡы менән бәйләйҙәр, улар актик һәм иртә урта быуаттарҙа Һырдаръя һәм Көньяҡ Урал араһындағы далаларҙа йәшәгән. Боронғо иран ижади ҡомартҡыларында («Авеста», «Хвадай-намаг» («Хоҙайнамә»)), зороастрий яҙмаларында («Денкард», «Бундахишн»), «Шаһнамә» поэмаһында туран һәм иран (арий) халыҡтарының ҡан-ҡәрҙәш булыуы тураһында әйтелә. Тәүге турандарҙың мифик ата-бабаһы Арийҙың ҡустыһы булған, был хәҙерге генетик тикшеренеүҙәр менән дә раҫлана.

Урта быуат ҡаңлылары «Сокровенное сказание»ла — канг-лин, Рәшит әт-Диндә — канлы, Әбелғәзиҙә канкли, канглы тип телгә алына. Был этноним шулай уҡ ҡаҙаҡтар, ҡараҡалпаҡтар, ҡырғыҙҙар, ҡырым татарҙары, нуғайҙар һәм үзбәктәрҙең составында теркәлгән. Ҡәбилә формалашыуына уларҙың ҡыпсаҡтар араһында йәшәүе йоғонто яһай. Тикшеренеүселәрҙең күбеһенең раҫлауынса, ҡаңлыларҙың берләшмәһе XI—XII быуаттарҙа Арал буйы далаларында бәшнәк-уғыҙ нигеҙендә барлыҡҡа килгән. Шул уҡ ваҡытта «ҡаңлы» этнонимы бәшнәктең боронғо үҙатамаһы булған «ҡаңғар» менән оҡшаш. Ҡаңлыларҙың этник формалашыуында шулай уҡ ҡыпсаҡтарҙың ҙур роль уйнауы һыҙыҡ өҫтөнә алына, улар 1220 йылда монголдар тарафынан тар-мар ителгәндән һуң башлыса Ҡыпсаҡ далаһы (Дешт-и-Ҡыпсаҡ) халҡы составына ҡушыла. ­Икенсе гипотеза буйынса, ҡаңлылар Һырдаръяла Ҡаңгөй дәүләтен төҙөгән ҡаңгөйҙәрҙең этник вариҫтары булып тора. ↪ д а у а м ы…